Буран (Л.Һаҡмар)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Буран (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1985, Иҫәнгилде. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (59-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Буран


Килеп төшөү менән яңы ергә
Һынамаҡҡа мине теләнең:
Әйтсе, буран, ниңә көнөн-төнөн
Шашып-шашып ҡарҙар иләнең?

Күҙеңде лә асмай, тын да алмай
Ағас кеүек ҡатып ҡал, тинең...
Белмәнең шул, буран, күкрәгемдә
Ниндәй ярһыу йөрәк бар ине?!

Сыҡма, тиһәң дә һин – ҡаршы сыҡтым,
Туҡта, тиһәң дә – мин атланым!
Итәгемде елдәр тартҡан һайын,
Тойҙом ярһыу бер хис артҡанын.

Семеткәндә алһыу сикәләрем
Йөрәгемдә ялҡын ҡабынды,
Көрәш сәме иретерлек ине
Емерелеп яуған ҡарыңды!

Еңдем, буран, һине!
Асыуланма,
Ғәйрәтеңде алам күңелгә
Һәм өйрәнәм:
Хаҡлыҡ көсө менән
Тормош бурандарын еңергә!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.